Бөгөн Халыҡ-ара балалар китабы көнө

Бәләкәс дуҫтарыбыҙ өсөн нәшриәттә даими рәүештә матур баҫмалар сығып тора. Яңы ғына теле асыла башлаған кескәйҙәр өсөн сағыу һәм көлөп баҡҡан китапсыҡтарҙан алып, үҫмер балаларға тәғәйенләнгән мауыҡтырғыс, фәһемле һәм тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирерҙәй йөкмәткеле китаптар тәүгә "ауаз һала" беҙҙең нәшриәттә. Уларҙың һәр ҡайһыһы китап уҡыусылар араһында яҡын дуҫын таба, һәр береһе үҙенең юлынан бара.

Бәләкәстәр менән бер һуҡмаҡтан йөрөгән ағай-апайҙарҙың балалар өсөн ижад ителгән әҫәрҙәре нәшриәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҡыусыға йүнәлтелә. Китаптар һеҙҙе көтөп ҡала, беҙҙең йәш дуҫтарыбыҙ
02.04.2022

Возврат к списку