Бөгөн - космонавтика көнө

  Бәләкәй саҡта хыял итеү әллә ҡайҙарға алып бара. Йә ер сигенә китәһең, йә йыһанға осаһың, йә диңгеҙ артындағы утрауға сәйәхәт ҡылаһың. Хыял хыял менән, китап уҡып, хыялланыу тағы ла ҡыҙығыраҡ.

Гөлсирә Шафиҡованың "Йондоҙло хыял" тип аталған шиғырҙар, тиҙәйткестәр һәм йомаҡтар йыйынтығы балалар өсөн. Урман-тауҙар, ялан-ҡыр атамаларына яҙылған, сәскә-гөлдәргә арналған шиғырҙар йәнле, ятлауға еңел һәм бай йөкмәткеле.
12.04.2022

Возврат к списку