Бөгөнгө проза

  Бөгөн уҡыусыларҙың  иң яратып уҡығаны сәсмә әҫәрҙәр, тиһәк, яңылышыу булмаҫ. Тап уларҙа яҙыусылар  геройҙарының  тормошон, эске донъяһын, кисерештәрен  уҡыусыларына бөтә яҡтан да асып бирә. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап » нәшриәте магазиндарында  был өлкәлә йәнең теләгән баҫманы  һайлап уҡырға мөмкин. Иғтибарығыҙға түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

  Хәйҙәр Тапаҡов. Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә.

  Билдәле яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың «Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә » исемле китабына әлегәсә донъя күрмәгән повесть, хикәйәләре тупланды.

Автор әҫәрҙәрендә  тормошта булған  ыңғай һәм кире  күренештәрҙе үҙенсәлекле тасуирлай, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла.

  Эльмира Шәрифуллина. Мөхәббәттең ете төҫө.

  Сәңгелдәк һәм ләхет, йәшәү һәм үлем...

  Ошо аралыҡҡа һыйған хәтирәләр: Атай-әсәй ҡәҙере, Тыуған ер бөйөклөгө, йәйғорҙоң  ете төҫөн һеңдергән  Мөхәббәт ғазаптары – мәкерле лә,  ләззәтле лә ғүмер  биҙәгән Ваҡыт ғали йәнәптәре бизмәнендә  бер миҙгелгә тиң.  Әммә күҙ асып йомған арауыҡтағы был йәшәйешебеҙҙең  бәрәкәте, ҡиммәте нимәлә? Яҙыусы Эльмира Шәрифуллинаның  психологик кисерештәр менән  ижад ителгән проза әҫәрҙәре  уҡыусыны шул хаҡта уйланырға саҡыра.
07.08.2020

Возврат к списку