Бәләкәс дуҫтарыбыҙға

Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә балалар өсөн китаптар донъя күрә.

Башҡорт халыҡ әкиәте "Урал батыр" (башҡортса), "Ҡамыр батыр - Камыр-батыр", рус халыҡ әкиәте "Шалҡан - Репка" (башҡорт һәм рус телдәрендә) сағыу һүрәттәр, матур тышлыҡтар менән бирелгән.

Был китаптарға эйә булыу өсөн нәшриәттең фирма магазиндарына һәм сайтына мөрәжәғәт итергә була.
26.05.2021

Возврат к списку