Бәләкәстәр өсөн буям

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте  иң бәләкәс дуҫтарыбыҙ өсөн сағыу һүрәтле, мәғлүмәтле һәм ҡыҙыҡтырғыс буямдар нәшерләүҙе дауам итә. Бығаса донъя күргән башҡорт һәм рус телдәрендәге ошо баҫмалар тиҙ арала кескәй дуҫтарыбыҙ араһында таралып бөтә бара. "Башҡортостан - һүрәттә" - "Рисуем Башкортостан", "Тоташтырғас һыҙыҡты, ҡара - ни килеп сыҡты?" - "Дорисуй и раскрась", "Заятүләк менән Һыуһылыу" исемле баҫмалар инде нисәмә баланың ҡәләме аҫтында йәнләнеп, матурланып, унда бирелгән текст ҡат-ҡат уҡылып, ятланып та бөткән.
Буямдың битен әйләндереп асҡан һайын бала бер яҡ битендә төшөрөлгән һүрәткә ҡарап, икенсе яҡ битендәге һыҙма буйынса буяй һәм йөкмәткеһе менән таныша бара. Уйын рәүешендә ҡәләм тоторға ғына түгел, төҫтәрҙе дөрөҫ ҡулланырға ла, уҡырға ла, иғтибарын тупларға ла, күпмелер ваҡыт тыныс ултырырға ла өйрәнер.

Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Бәлки һеҙҙең бәләкәсегеҙ буласаҡ архитектор, скульптор, рәссам йәиһә дизайнерҙыр. Уның ошо йүнәлештә һәләте барын белеү һәм ваҡытында асыу өсөн тап беҙҙә нәшер ителгән "Салауат батыр" - "Салават-батыр" тип аталған буям (төҙ. Диана Килдина) ярҙам итергә мөмкин.
21.07.2022

Возврат к списку