Бәләкәстәргә шатлыҡ

Башҡортса уҡырға өйрәнергә бик уңайлы булған, Гөлнара Йыһангированың эре хәрефтәр менән яҙылған "Бәхет ҡуласаһы" исемле матур һүрәтле китабын күрегеҙ. Автор балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй һәм донъяға кескәйҙәр күҙе менән бағып яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә.

ЯМҒЫР ТАМСЫҺЫ

Бәләкәй генә болот ҡалҡып,
Ямғыр яуа башланы.
Эре-эре тамсыларын
Минең өҫкә ташланы.

Ауыртыуға сыҙай алмай,
Мин иланым да ҡуйҙым.
Ҡояш сыҡҡас, йылмайҙы ла,
Йылы нурҙарын һуҙҙы.

Гөлнара Йыһангирова.

Китап нәшриәт магазинында һатыуҙа. Бәләкәстәрҙе ҡыуандырырға ашығығыҙ.
30.07.2022

Возврат к списку