Бөйөк Британия королеваһына – "Тишекле таш"
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтында ошондай шәп хәбәр сыҡты.
Лондондағы “Hertfordshire Press” нәшриәтендә күренекле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың “Тишекле таш” китабы инглиз телендә баҫылып сыҡҡайны. Күптән түгел нәшриәт авторға үтә лә ҡыҙыҡлы тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.
“Китабығыҙҙы сит илдә баҫтырып сығарыр һәм билдәле итер өсөн беҙҙең нәшриәтте һайлағанығыҙҙы сикһеҙ баһалайбыҙ. Уны рекламалауҙа ярҙам итеүҙе үҙебеҙҙең бурыс тип һанайбыҙ, сөнки уның бөтә донъяла китап уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырына шигебеҙ юҡ, – тип яҙған улар. – Әлеге хаттың маҡсаты – Һеҙгә өс төрлө мөмкинлек биреү: 1) китабығыҙҙы Рәсәйҙең, Украинаның, Белорусияның, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың университеттары һәм китапханаларына тапшырыу (бар почта сығымдарын нәшриәт үҙ өҫтөнә ала); 2) халыҡ-ара тәнҡитселәрҙән китабығыҙға ревью (йәғни рецензия – авт.) яҙҙырыу; 3) бүләк күсермәһен Лондондан Бөйөк Британия королеваһына йәки премьер-министрына, АҠШ президентына (һайлау – Һеҙҙең ҡарамаҡта) ебәреү”.
Автор теләге буйынса, уның инглиз телендә сыҡҡан китабы байтаҡ Евразия илдәренең төп китапханаларына тапшырылған. Ә “Тишекле таш”тың бүләк данаһын нәшриәт авторҙың хаты менән ҡуша Бөйөк Британия королеваһы Елизавета Икенсегә уның тыуған көнөнә бүләк итеп ебәргән. Хатында яҙыусы королеваның ҙур юғалтыуы – ире принц Филипптың вафаты сәбәпле ҡайғыһын уртаҡлашып, былай тип яҙған:
“Тормоштағы был бушлыҡты бер ни менән дә тултырып булмаҫын аңлап, Һеҙгә рухи ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ теләйем. 73 йыл буйы бергә йәшәгәнегеҙҙе һәм Һеҙҙең берлек Британия монархияһы тарихында иң оҙайлы, бәхетле булғанын белгәнгә, ғаиләгеҙҙе королдәр, хандар, батшалар, президенттар өсөн генә түгел, беҙҙең планетаның һәр кешеһенә өлгө тип иҫәпләйем.
Хөрмәтле Королева ғали йәнәптәре! Бар күңелдән Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайым һәм Евразияның үҙәгендә йәшәгән ватандаштарымдың тормошо, мөхәббәте тураһындағы китабымды бүләк итәм”.
“Тишекле таш” китабы өсөн автор 2017 йылда Стокгольмдә үткән VI Халыҡ-ара әҙәби фестивалдә “Йыл ынтылышы” махсус премияһына лайыҡ булғанын иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. Ул саҡта “Hertfordshire Press” нәшриәт йорто етәксеһе Марат Әхмәтйәнов: “Үҙенең ҡабатланмаҫ сатира һәм юморы менән атаҡлы башҡорт яҙыусыһы ысын мәғәнәһендә ижади ынтылыш яһаны”, – тип билдәләгәйне. Китапты Евразия ижади гильдияһы рәйесе Лаура Гамильтон да юғары баһалағайны: “Хәҙер инглиз телле уҡыусыларға ла таныш булған башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижады үҙенсәлекле йор алым менән Евразия үҙәгендә йәшәгән көләс, дуҫтарса мөнәсәбәттәге башҡорт халҡының тормошо һәм мәҙәниәте менән таныштыра”.
Һуңғы йылдарҙа Марсель Сәлимовтың китабы Евразия илдәрендә булып торған күргәҙмә, йәрминкәләрҙә генә түгел, Австралия, Яңы Зеландия, Канада һәм АҠШ-тың онлайн-магазиндарында ла урын алды. Ул донъяла ҙурлығы буйынса икенсе булып торған Британия китапханаһында бар, шулай уҡ уны интернеттағы иң ҙур сауҙа нөктәһе – Амазон аша ла һатып алырға мөмкин.
"Китап" нәшриәтендә башҡорт телендә донья күргән "Тишекле таш" китабын беҙҙең фирма магазинынан һатып алып, һәр кем үҙенә "королевский" бүләк эшләй ала.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: http://bashpredmsk.bashkortostan.ru
Автор: Рәүилә Ғатауллина

18.05.2021