Бала саҡҡа ҡайтып

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә Барый Ноғомановтың "Көмөшкүл" тип аталған баҫмаһы нәшер ителде.

Китап кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн мауыҡтырғыс яңылыҡ булыр. "Көмөшкүл" һәм "Салауаттың йәшен һораһағыҙ" повестарында ҡырҡыу экологик мәсьәләләр күтәрелә. Повестарҙа бәйән ителгән ваҡиғалар барышында китап уҡыусы зирәк малайҙарҙың мажаралы тормошон күҙәтер, тәбиғәткә сәйәхәт ҡылыр, уйланыр, һығымталар яһар, үҙе өсөн яңы фекерҙәр туплар. Телефонһыҙ, социаль селтәрһеҙ йәшәү рәүешенең матур яҡтарын асыр.

Рәхим итеп уҡығыҙ, бәләкәс дуҫтарыбыҙ!
23.08.2021

Возврат к списку