Бала саҡ иленә рәхим итегеҙ!

  Оҙаҡламай мәктәптәрҙә көҙгө каникулдар башлана. Улар менән бер рәттән, байрам һәм ял көндәре лә көтөлә. Ошо уңайҙан #балаларға_каникулда рубрикаһыһын дауам итеп, кескәй дуҫтарыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләренә түбәндәге яңы китаптарҙы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы бергә уҡып, бәләкәстәр менән бала саҡ иленә сәйәхәт ҡылып, йылдар артында ҡалған мәлдәрҙе иҫләп, тәъҫораттарға бирелеп, аралашырға, фекер алышырға мөмкин. Сөнки бындай ял минуттары ололар һәм балалар араһын яҡынайтыуы, кескәйҙәрҙең фекер ҡеүәһен арттырыуы барыбыҙға ла мәғлүм.

  Шыҡһыҙ һалҡын көндәр, башҡа мәшәҡәттәр булыуға ҡарамаҫтан, йылы өйҙә, байрамдар һәм каникул көндәрендә балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән башҡорт әкиәттәрен, хикәйә һәм шиғырҙарын уҡып, рәхәтләнеп ял итегеҙ, бәләкәстәр менән бергә булығыҙ!
18.10.2021

Возврат к списку