Балаларға яңы китаптар

Балаларға яңы китаптар

   Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһында төрлө йәштәге үҫеп килеүсе йәш быуындың зауығын ҡандырырлыҡ баҫмалар донъя күрә. Ошо көндәрҙә генә китап кәштәләре яңы баҫмалар менән тулыланды. Күренекле яҙыусы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтең башҡорт һәм рус телдәрендә «Ҡояш ҡайтты» тип исемләнгән хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыҡты. Уны төҙөүсеһе һәм тәржемәсеһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина баҫмаға әҙерләгән. Халыҡсан һутлы тел менән ижад ителгән әҫәрҙәрҙә яҙыусы донъяға саф күңел, асыҡ ҡараш менән бағып, тормошто тасуирлай, хәл-ваҡиғаларға балаларса бер ҡатлылыҡ һәм самими мөнәсәбәт аша оло һығымталар яһап уҡыусы күңелен яулай. Тыуып торған төрлө сетерекле, киҫкен мәлдәрҙе айыҡ аҡыл, сабырлыҡ менән еңә барған геройҙарҙың эске кисерештәре ҡапма-ҡаршылыҡтар, даими эске көсөргәнеш аша яҡтыртыла. Хикәйәләрҙең тәрбиәүи әһәмиәте ифрат көслө.
    Башлыса өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙары менән танылған шағирә Тамара Искәндәриә балалар өсөн тәғәйенләнгән «Бәрәкәтле көн» тигән әкиәттәр һәм хикәйәләр йыйынтығын уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итә. Бала саҡтың һәр мәле, әле яңы ғына асҡан бер хәҡиҡәте менән нурланып, ғүмер буйы үҙенә тартып тора. Һәр үлән, йәнлек, тау, йылға, хатта уйынсыҡ та сикһеҙ көс, аҡыл биргәндәй тойола сабыйға. Китапты ҡулына алып уҡыусы үҙе лә быны яҡшы тоясаҡ.
    Әбйәлил районынан Мәҙинә Йәғәфәрованың исеме ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан шиғыр, хикәйәләре аша әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның иң бәләкәстәр өсөн тәғәйенләнгән сағыу һүрәтле шиғыр китабы «Ҡупшы себеш» тип атала. Китаптағы шиғырҙарҙың геройҙары Искәндәр менән Сөмбөл исемле ҡыҙ һәм малай шаян да, шуҡ та, тиктормаҫ та. Улар көлгәндә ҡояш йылмая, улар йөрөгән һәр ерҙә йәм, нур, ҡот-ырыҫ арта – сөнки тормош йәме бала менән икәнлеген шағирә һәр шиғырҙа иҫбатлай.
    Рус телендә ижад итеүсе балалар шағирәһе Вера Капустинаның яңы китабы «Ботинки поссорились» тип исемләнгән. Унда донъяға балаларса ышанып, үҙенсә фекер йөрөткән кескәй бала күҙлегенән уҡымлы хикәйәләр ижад иткән автор.
    Йәш автор Елена Антонованың үҙе эшләгән һүрәттәр менән биҙәлеп донъя күргән «Мишка» тигән повесы ла уҡыусыларҙы ылыҡтырырлыҡ хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән.

Әлфиә Әсәҙуллина
18.05.2016

Возврат к списку