Балалар донъяһын асып бирә

  Бөгөн  шағирә,  БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты,  Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеген етәкләүсе   Әлфиә Әсәҙуллина үҙенең сираттағы ғүмер байрамын билдәләй.

  Тыуған ил, тел хаҡында илһамланып ижад иткән, балалар әҙәбиәтенә ярайһы өлөш индергән Әлфиә Нәжип ҡыҙының ижады үҙенең ябайлығы, тормош күренештәрен, тыуған ил, тәбиғәтте матур итеп һүрәтләй белеүе менән уҡыусыларҙы үҙенә арбай. Әҫәрҙәрҙәрендәге ваҡиғалар араһында үҙеңде йөрөгәндәй хис итәһең.

  Иғтибарығыҙға уның авторлығында һәм төҙөүҙә ҡатнашҡан түбәндәге баҫмаларҙы тәҡдим итәбеҙ:

  “Күлсумғанға ни булған?”

Автор тыуған яғының  ер-һыу атамалары менән шиғырҙар тәҡдим итә. Тәбиғәт гүзәллеге, уның яҙмышы тураһында уйлана, борсола, шаян бала саҡ, мәктәп йылдары хаҡында,  шулай уҡ шиғри әкиәттәр ҙә урын алған был йыйынтыҡта.

  “Баҡсала һәм урманда = В саду и в лесу”


  56 исемдән торған  иллюстрациялы карточкалар  кескәйҙәргә урманда үҫкән   ағас-ҡыуаҡтар, ҡыр йәнлектәре, ашарға яраҡлы бәшмәктәр  һәм баҡсалағы емеш-еләктәр, йәшелсәләр тураһында ике телдә мәғлүмәт бирә.
  
  “Минең ғаиләм = моя семья”

  Был карточкалар кескәйҙәргә ғаилә, көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр, йорт хайуандары, ҡоштар тураһында ике телдә мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Унда  96 исемлек ингән. Карточкалар сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, һәр береһенең  атамаһы ике телдә яҙылған.

  Был баҫмалар менән  балалар баҡсаһында, башланғыс кластарҙа һәм шулай уҡ өйҙә үҙ аллы шөғөлләнергә  өйрәнергә һәм уҡырға    була.  Уларҙы тыуған көнгә, башҡа байрамдарға кескәй дуҫтарыбыҙға бүләк итергә лә мөмкин.
02.03.2021

Возврат к списку