Балалар донъяһына рәхим итегеҙ!

Тиҙҙән йәй башлана. Бала саҡтың иң күңелле, ғәмһеҙ һәм сағыу биҙәкле мәлдәре...
Атай-әсәйҙең сабыйы менән бергә тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә сығырға, йәшел үләндә тәгәрәп, уйындар уйнарға, ә кисен инде бергәләп тәмлекәстәр менән сәй эсеп, баланы әкиәт донъяһына илтеүсе китаптар уҡырға мөмкинлеге тыуа.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә тормошобоҙ гөлдәре өсөн нәшер ителгән матур баҫмаларҙы балаларға алып уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Үҙҙәре үҫкәс: "Әсәйем менән ошо китапты бергә уҡығайныҡ". Йәки: "Атайым миңә бер хикәйә уҡып ишеттергәйне", - тип хәтеренә төшөрөп, балалыҡтың иҫтәлектәренә йылмайып ултырырлыҡ булһын ине.

Зөбәйҙә Исламованың "Күнәкле болот" һәм Зөһрә Кашапованың "Тамсыҡай" тип исемләнгән китабы сәңгелдәктә бәүелеп ятҡан балалар өсөн дә ҡолаҡҡа ятышлы бер әүрәткес булыр. Ошо китаптағы ҡыҙыҡлы  шиғырҙарҙы, йомаҡтарҙы, фәһемле хикәйәләрҙе, мауыҡтырғыс әкиәттәрҙе, көләмәстәрҙе уҡығанда ирекһеҙҙән, үҙеңдә лә бәләкәс булыу теләге барлыҡҡа килә ул.)

Нажиә Игеҙйәнованың "Һандуғас моңо" тип аталған баҫмаһында халҡыбыҙҙың батыр улдары тураһындағы, итәғәтле, уңған, аҡыллы малай-ҡыҙҙар хаҡындағы хикәйәләрен; әкиәттәрен, әкиәт-пьесаларын алты йәштән башлап уҡырға була. Хәреф таный башлаған бала үҙе лә мөкиббән китеп уҡырлыҡ китап ул.

Рафаил Сәлиховтың "Сәләмләйем ҡояшты" исемле китабында үҫмер балалар өсөн йырҙар тәҡдим ителә. Ноталар менән бирелгән был баҫма көндәлек тормошта бәләкәй генә ҡыуаныстар килтергән ихлас йырҙарҙан тора.

Эскерһеҙ бала саҡ иленә рәхим итегеҙ, дуҫтар!!!
[17.05, 09:02] +7 927 967-81-65: Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә балалар өсөн нәшер ителгән матур баҫмаларҙы алып, кескәйҙәргә уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Зөбәйҙә Исламованың "Күнәкле болот" һәм Зөһрә Кашапованың "Тамсыҡай" тип исемләнгән китабында ҡыҙыҡлы  шиғырҙар, йомаҡтар, фәһемле хикәйәләр, мауыҡтырғыс әкиәттәр, көләмәстәр тупланған.

Нажиә Игеҙйәнованың "Һандуғас моңо" тип аталған баҫмаһында халҡыбыҙҙың батыр улдары тураһындағы, итәғәтле, уңған, аҡыллы малай-ҡыҙҙар хаҡындағы хикәйәләрен; әкиәттәрен, әкиәт-пьесаларын алты йәштән башлап уҡырға була.

Рафаил Сәлиховтың "Сәләмләйем ҡояшты" исемле китабында үҫмер балалар өсөн йырҙар тәҡдим ителә. Ноталар менән бирелгән был баҫма йырҙарҙан тора.

Бала саҡ иленә рәхим итегеҙ, дуҫтар!!!
17.05.2021

Возврат к списку