Балалар донъяһына сәйәхәт

Бөгөн иғтибарығыҙға  нәшриәтебеҙҙә донъя күргән "Балалар әҙәбиәте антологияһы"ның II һәм III томдарын тәҡдим итәбеҙ.

Был баҫмалар башҡорт һәм рус телдәрендә төҙөлгән. Икенсе томында халыҡ яҙыусылары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары ижадына иғтибар бүленһә, өсөнсө том Фәтхелҡадир Сөләймәнов менән Ибраһим Ҡыпсаҡ әҫәрҙәренән башланып, урта быуын яҙыусылары һәм йәштәр ижады менән дауам итә.

Бала саҡтан яратып уҡып үҫкән матур шиғырҙар, поэмалар менән бер рәттән, фәһемле проза әҫәрҙәре лә урын алған, шулай уҡ яңы, элек уҡылмағандарын да осратырға мөмкин.

Был китаптар мәктәп уҡыусыларына ғына түгел, өлкәндәр өсөн, ғаилә менән бергә йыйылып уҡыу, фекер алышыу өсөн
дә бик файҙалы. Уларҙа һәр кем үҙенә оҡшаған әҫәрҙе табып, рәхәтләнеп уҡый ала.

Баҫмалар буйынса нәшриәт магазиндарына һәм kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

24.02.2022

Возврат к списку