Балалар, һеҙҙең өсөн


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бер нисә быуын балалары мауығып уҡыған "Дуҫ булайыҡ" повесы башҡорт һәм һәм рус телдәрендә нәшер ителгән. Ҡыҙырас менән Юлдаштың ябай ауыл тормошондағы мажаралы ваҡиғалары, бәләкәй генә шатлыҡтарҙы ла бала күҙлеге аша тойоу мөмкинлеге булыу уҡыусыны үҙенә ылыҡтыра. Бер тында уҡып сығырлыҡ ошо әҫәр балаларға һис шикһеҙ оҡшар.

Баҫмаға эйә булыу өсөн беҙҙең магазиндарға йәиһә www.kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итегеҙ.
28.03.2022

Возврат к списку