Балалар өсөн заманса китаптар

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһында  төрлө йәштәге балалар өсөн ҡыҙыҡлы баҫмалар даими донъя күрә. Бөгөн иғтибарығыҙға түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ:

  Рәшит Солтангәрәев. “Ҡояш ҡайтты”.

  Күренекле ҡәләм оҫтаһының әҙәби мираҫында  йәш быуын вәкилдәренә лә күстәнәс бар. Халыҡсан, һутлы тел менән ижад ителгән, башҡорт һәм рус телдәрендә бирелгән  әҫәрҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

  Земфира Муллағәлиева. “Аҡ  яулыҡлы  тау”.

  Земфира Муллағәлиеваның татар телендә ижад ителгән был йыйынтығына төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре тупланды. Автор Дим буйы  тәбиғәтенең матурлығын, ундағы йәнлек һәм ҡоштар, үҫемлектәр донъяһындағы  мажаралы хәлдәрҙе, баласаҡ хәтирәләре менән бергә үреп, үҙенең кескәй геройы исеменән бәйән итә. Мөғжизәле һәм серле әкиәттәр уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын.
27.01.2021

Возврат к списку