Башҡорт әҙәбиәте антологияһы

"Башҡорт әҙәбиәте антологияһы"ның 3-сө томының 1-се китабы донъя күрҙе. Ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми советы ҡарары буйынса нәшер ителде. Яуаплы мөхәррире - башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Хөсәйен улы Нәҙерғолов.

Был томда XX быуат башында совет осорона тиклем башҡорт әҙиптәре тарафынан ижад ителгән үҙенсәлекле шиғри һәм драма әҫәрҙәре үрнәктәре тупланған.

Сафуан Яҡшығолов, Сафиулла Рәхмәтуллин, Мәжит Ғафури, Хәбибулла Ғәбитов, Шәйхулла Тулвинский, Ғизетдин Иҫәнбирҙин, Вәсим Солтанов, Фазыл Туйкин, Фәтҡелҡадир Сөләймәнов, Ғәлә Хоҙаяров, Ямалетдин Йомаев, Бәхтиәр Мирзанов, Фәйзи Вәлиев, Шәйехзада Бабич, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Сәйфи Ҡудаш, Кәшфи Ҡәрипов, Ғәбдерәүф Ниязбаев, Бәхтиәр Бәхтиәров, Ғиләж Ғүмәрскийҙарҙың әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ.

И. Йосопова.
13.01.2023

Возврат к списку