Башҡорт халҡының данлы улдары

   Талантлы актер, режиссер һәм театр эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй  һәм Башҡортостандың  халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев премияһы  лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевты белмәгән кеше юҡтыр.

  Мөһабәт кәүҙәле, нурлы ҡарашлы, үҙенән эске йылылыҡ бөркөлөп торған артист Хөрмәтулла Ғаззали  улы ниндәй генә спектаклдә сығыш яһамаһын, ул тыуҙырған образдар ҙың һәр береһе һоҡланыу  ғына уята. Уның геройҙары сикһеҙ ҙур көскә эйә.

  Башҡорт халҡы  үҙенең таланттары менән генә түгел, бил бирмәҫ батырҙары менән дә борон-борондан дан алған. Актерҙың атаһы Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев менән хәйбуллалар сикһеҙ ғорурлана.

  Ҡасандыр майҙандарҙа, һабантуйҙарҙа ал бирмәгән Ғаззали батырҙы был районда бик яҡшы итеп телгә һәм хәтергә алалар.

  Хәйбулла батыры Ғаззали ағай, уның улы танылған актер Хөрмәтулла Үтәшевтарҙың тормош юлдары, актерҙың тынғыһыҙ ижады,  уның хаҡындағы фекерҙәр менән күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Таштуғайҙың ике батыры. Хөрмәтулла Үтәшев. Тормош һәм ижад юлы” тип исемләнгән баҫма аша танышырға мөмкин.

  Хөрмәтулла Үтәшев һәм уның атаһы – һуғыш ветераны, һабантуй батыры Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшевтар – данлыҡлы түңгәүер ырыуы башҡорттары. Уларҙың һәр ҡайһыһы  үҙе һайлаған  өлкәлә тырыш, намыҫлы  һәм фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған шәхестәр. Был китапта уларҙың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге сағылыш тапҡан.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
14.01.2021

Возврат к списку