Башҡорт китаптары – Силәбе өлкәһендә

  Силәбе өлкәһе – Рәсәйҙә башҡорттар һаны буйынса Башҡортостандан һуң икенсе урында тора. 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, унда  160 меңдән ашыу милләттәшебеҙ  йәшәй.

  Силәбе   башҡорттары өсөн әһәмиәтле һәм күләмле саралар йыш ҡына  үткәрелә, туған  телде һәм әҙәбиәтте, мәҙәниәтте өйрәнеү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре алып барыла.  “Уралым” телетапшырыуы һәм гәзите ҡайтанан тергеҙелеп, уңышлы эшләп килә (ойоштороусыһы, алып барыусыһы һәм баш мөхәррире  –   яҡташыбыҙ  Нурия Иҡсанова). Күрше өлкәлә йәшәүселәр  Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналын , БЮТ (БСТ) тапшырыуҙарын  даими тыңлап һәм ҡарап бара.  Һәм, әлбиттә, унда  саф башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға, бигерәк тә китаптарға   һорау ҙур.  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә  заказдар менән йыш ҡына мөрәжәғәт итеүҙәре лә шул хаҡта һөйләй.

  Урындағы халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре күрше өлкәгә юл алды. Ундағы  4 һатыу нөктәһендә: Мейәс ҡалаһындағы “Сидней” сауҙа йортонда, Арғаяш район үҙәгендә урынлашҡан “Мосолман тауарҙары”, Ҡоншаҡ ауылындағы “Канцпарк”, Силәбе ҡалаһындағы “Финик” магазиндарында нәшриәттә донъя күргән китаптар  һатыуға сығарыласаҡ. Әлеге сара  иҫтәлекле дата – Башҡорт теле көнөнә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт теле йылына арнала.

  Был изге эш Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамы менән  ойошторолдо. Үрҙә телгә алынған сауҙа нөктәләре хужалары  менән килешеүҙәр төҙөлдө,  баҫмалар уҡыусыларын көтөп ҡала.

  Бындай сараларҙы  киләсәктә   нәшриәт тарафынан артабан да дауам итеү  күҙ уңында тотола.
04.12.2020

Возврат к списку