Башҡорт китаптары – Свердловск өлкәһендә

  Республиканан  ситтә,   күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән эш буйынса йыш ҡына осрашырға һәм аралашырға тура килә.  Тел, милләт төшөнсәләре уларға һис тә  ят түгел, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын үҫтереү һәм һәм һаҡлау маҡсатында төрлө саралар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, мәктәптәрҙә өйрәнелә.  

  Ошо көндәрҙә Екатеринбургтан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә Светлана Ҡолмырҙина килде.

  Светлана Ринат ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Свердловск өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры. Милли рухлы, позитив ҡарашлы һәм башҡорт телен әүҙем пропагандалаусы  миләттәшебеҙ әйтеүенсә, урындағы башҡорттар бигерәк тә  башҡорт  халыҡ ижадын, әҙәбиәтен, йолаларын һәм үткәнен ҙур ихласлыҡ менән өйрәнә.  Уның ярҙамы  менән бөгөн нәшриәттә сыҡҡан  баҫмалар Екатеринбург ҡалаһында ла һатыла.

  - Баҫмаларҙы Свердловск өлкәһендә һатыуға сығарыуыбыҙ хаҡында  социаль селтәрҙәрҙә  хәбәр итеүебеҙ булды, тиҙерәк алырға, уҡырға теләк белдереп яҙған ҡыҙыҡһыныулы хаттар шунда уҡ килә башланы. Сағыу биҙәкле, эстәлекле китаптарҙың һәр береһе үҙ уҡыусыларын мотлаҡ табыр, тип ышанабыҙ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Светлана Ҡолмырҙина.
26.03.2021

Возврат к списку