Башҡорт теле көнө 2021

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте балалар өсөн нәшер ителгән яңы китаптарҙың исем туйын үткәрҙе. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, "Юлдаш" һәм "Ашҡаҙар" радиолары, "Аҡбуҙат" һәм  "Аманат" журналдары, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Йәншишмә" гәзиттәре вәкилдәре, балалар яҙыусылары һәм төп ҡунаҡтар – балалар ҡатнашты.

"Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!" Мифтахетдин Аҡмулланың ошо шиғыр юлдарын ятлап, Ильяс Аҫылғужин сараға тантаналы төҫ бирҙе.

Быйыл күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл. Ошо датаға ҡарата Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 29 октябрендәге указына ярашлы, йыл һайын республикабыҙҙа 14 декабрь Башҡорт теле көнө үткәрелә.
"Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән нәшриәт булараҡ, үҙендә донъя күргән яңы китаптарҙы тәҡдим итә", - нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева был мөһим сараны асып, башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа һәм артабан үҫтереүҙә китаптарҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә, тел байлығын арттырыуҙа тәрән йөкмәткеле, туған телдәге баҫмалар ныҡлы ярҙамсы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яҡшы уҡыған, төрлө фәндәр буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа, ярыштарҙа һәм бәйгеләрҙә еңгән, мәктәп, район, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар Республика Башлығының Яңы йыл шыршыһы байрамында ҡатнашыу бәхетенә ирешә. Унда килгән бәләкәй ҡунаҡтарға бүләк итеү өсөн "Китап" нәшриәте 2011 йылдан бирле йыл һайын яҡшы сифатлы, иҫ киткес матур, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, ҡулға алғанда һоҡланып туймаҫлыҡ, йотлоғоп уҡый торған йөкмәткеле китаптар нәшер итә.

Тәүге баҫма - Жәлил Кейекбаевтың "Урман әкиәттәре" башҡорт, рус, инглиз, немец һәм төрөк телдәрендә бер китап булып баҫылып сыҡты.
2012 йылда Якоб һәм Вильгельм Гриммдарҙың "Күмәс өй" исемле китабы башҡорт, рус һәм немец телдәрендә донъя күрҙе. Унда авторҙарҙың киң билдәле өс әкиәте индерелде.
2013 йылда исеме нәшриәткә бирелгән бөйөк башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте матур һүрәттәр менән биҙәлеп, балаларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килде.
2014 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты.
2015 йылдағы "Сказки со всего света" тигән китапҡа төрлө халыҡтарҙың балалар яратып уҡыған ун әкиәте индерелде.
2016 йылда Сергей Аксаковтың "Ал сәскә" тип аталған баҫмаһы эксклюзив һүрәттәр менән байытылып нәшер ителде. Ул башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә.
2017 йылда Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы донъя күрҙе.
2018 йылда Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" повесы башҡорт һәм рус телендә баҫылды.
Төрлө милләт әкиәттәре 2019 йылдағы "Әкиәттәр аҡланында" исемле китапта тупланды.
2020 йылда Мостай Кәримдең "Өс таған" тигән баҫмаһын балалар башҡорт һәм рус телендә ҡулына алды.
Ә быйыл быуындан быуынға тапшырылып килеп  һаҡланып ҡалған боронғо башҡорт халыҡ әкиәттәренең сағыу өлгөләре "Бәхет күле" исеме аҫтында бер баҫмаға тупланып нәшер ителде. Әлеге китаптар барыһы ла матур һәм йәнле, мауыҡтырыр һүрәттәр менән биҙәлгән, юғары сифатлы булыуы менән ысынлап та балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ундағы ваҡиғалар менән танышҡанда күренештәр тағы ла йәнләнә төшә.
Ошондай тәрән йөкмәткеле баҫмаларҙың балаларға тәрбиә биреүсе генә түгел, уларҙың телмәрен үҫтереүсе лә, күңелдәрен байытыусы ла һәм белем биреүсе лә булыуын билдәләп, "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, яҙыусы Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина сарала ҡатнашыусыларҙы өр-яңы китаптар менән таныштырҙы.
"Һуңғы өс йылда кескәйҙәрҙе яңы төр баҫма -  мультимедиялы китаптар менән шатландырҙыҡ. Башҡорт халыҡ әкиәттәре "Хәйләкәр төлкө", "Өс дуҫ", "Күк ат" 3D һәм 4D форматында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә  баҫылып сыҡты. Ошо китаптарҙы ҡулына алған бәләкәстәр уны уҡып ҡына ҡалмай, телефонға махсус ҡушымтаны күсереп алып, өс телдә лә йәнһүрәт ҡарай ала. Был иһә баланың китап уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттыра“.

Ошо көндәрҙә генә балалар өсөн тәүге китабы баҫылып сыҡҡан, һөнәре буйынса уҡытыусы, тәжрибәле педагог Лилиә Мирза үҙенең эҙләнеүҙәре аша яҙылған, балаларға кәрәкле булған баҫмаһы тураһында бәйән итте. Туған телдәге китаптар  телде һаҡлап ҡалыуҙа һәм уны үҫтереүҙә ҙур бурыс атҡарыуын төшөндөрҙө.

Ҡыҙыҡлы космос иленә сәйәхәткә саҡырған Ильмира Вәлиева менән Жанна Кобзева үҙҙәренең бергә ижад иткән бер китап булып өс телдә баҫылып сыҡҡан "Бориска менән Башайканың йыһан мажаралары" тип аталған баҫмаһын нисек яҙыуҙары хаҡында һөйләне.

Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматованың ҡыҙы Алһыу Әнүәр ҡыҙы Шарль Перроның “Көлһылыу менән Ҡыҙыл Башлыҡҡай мажаралары”, ағалы-энеле Гриммдарҙың “Күмәс өй”, Сергей Аксаковтың “Ал сәскә” тип аталған китаптарын баҫмаға әҙерләү өсөн күп көс һалған. Әкиәттәрҙе тәржемә итеп кенә ҡалмаған,  ҡул аҫтында булған ябай материалдарҙан эшләнгән һоҡланғыс матурлыҡ - үҙенең ҡул эштәренең фотолары менән дә биҙәгән. Алһыу Хамматова был эште сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен үҙ балалары башҡортса уҡыһын тигән маҡсатта башлаған. Артабан башҡалар менән дә бүлешергә теләгән.

Балалар шағирәһе, "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәре, Миңлегөл Тайсина туған телде өйрәнеү, таҙа итеп һөйләшеү өсөн китап уҡыу бик тә кәрәк булыуын, телде һаҡлап ҡалыу һәр кемдең изге бурысы икәнен әйтте. Шиғри күстәнәстәренән дә ауыҙ иттерҙе.

"Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!", - Зәйнәб Биишеваның "Башҡорт теле" шиғыры менән Розалина Аҫылғужина байрамды йомғаҡланы. Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы сараны ябып, китап уҡыуҙың өҫтөнлөгө хаҡында әйтеп үтте һәм китаптан айырылмаҫҡа саҡырҙы. Был байрамда ҡатнашҡан һәр кем туған телдең ҡәҙерен белеү, уны яҡлау, һаҡлау, артабан үҫтереү изге бурыс икәнен тағы  бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө.

Башҡорт теле көнөнә арналған сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлеккә китаптар бүләк ителде. Балаларға күстәнәстәр ҙә бирелде.
12.12.2021

Возврат к списку