Яңы дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары

  Мәғлүм булыуынса, 2020 йыл  республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнөнә ҡарата төрлө саралар ойошторола, конкурстар үткәрелә.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте  өсөн дә йыл һөҙөмтәле үтеп бара: төрлө авторҙарҙың баҫмалары менән бер рәттән  мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары  донъя күрҙе.

  Башҡортостандағы һәм Рәсәй Федерацияһында башҡорттар тығыҙ йәшәгән башҡа төбәктәрҙәге дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы раҫлаған һәм тематик планға индергән дәреслектәр һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары тик Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә генә сығарыла.

  Быйыл  федераль  исемлеккә ингән 21 дәреслек нәшриәттә донъя күрҙе. Һәм улар 3 йүнәлеш буйынса сығарыла.

  Федераль исемлеккә индерелгән барлыҡ дәреслектәрҙең  электрон формалары нәшриәттең сайтында урынлаштырылды.

  Шулай уҡ уҡытыусылар, тел һәм әҙәбиәт бүлегендә белем алыусы студенттар һәм ошо өлкәлә эшләүсе белгестәр өсөн нәшриәт тарафынан төрлө методик ҡулланмалар, һүҙлектәр, һәм башҡа йыйынтыҡтар даими донъя күрә  һәм улар нәшриәт магазинында һәр саҡ һатыуҙа бар.
  
  
11.12.2020

Возврат к списку