Башҡорт теленән дәфтәрҙәр
Яңы уҡыу йылы башланыуға айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәктәпкә әҙерлек бөтә ерҙә лә тиерлек әүҙем бара: уҡыусы балаларына ата-әсәләр уҡыу кәрәк-яраҡтары алып ҡалырға тырышһа, белем усаҡтары яңыртыла, педагогтар төрлө программалар, пландар төҙөү менән мәж киләләр...
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә лә тел һәм әҙәбиәт буйынса уҡыу ҡулланмалары, эш дәфтәрҙәре, уҡытыусы һәм тәрбиәселәр өсөн методик программалар сыҡты.
Ошо көндәрҙә генә башҡорт телен тәү башлап өйрәнеүселәр өсөн ике программаға ярашлы түбәндәге эш дәфтәрҙәре донъя күрҙе.
“Шатлыҡ” программаһына эш дәфтәре. Башҡорт телен өйрәнеүсе балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә тәғәйенләнә. Йөкмәткеһе буйынса 24 дәрестән тора. Дәфтәр сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, эштәр ике телдә бирелгән.
Сираттағы дәфтәр – “Афарин” уҡыу ҡулланмаһына эш дәфтәре. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) һәм Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән.
Дәфтәрҙәр ошо көндәрҙә нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылды, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға ла мөмкин.

12.08.2021