Башҡорт теленән олимпиадала еңеүселәргә бүләк

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уҙғарылған  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 9-11-се класс уҡыусылары араһында ойошторолған Төбәк-ара олимпиаданы йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләү сараһы булды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте башҡорт телен һаҡлауға һәм уны үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ойошма булараҡ, олимпиадала еңеүселәргә бик матур бүләк - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Көндәлектәр" тигән китабын әҙерләне. Нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире Эльвира Әсхәт ҡыҙы Яҡупова уҡыусыларҙы тәбрикләп, киләсәктә лә башҡорт телен өйрәнеүгә, аң-белемгә һәр саҡ ынтылырға, китап менән дуҫ булырға саҡырҙы.

Оло тормош юлына илткән һуҡмаҡ китап уҡыуҙан башлана. Бөгөнгө олимпиадала ҡатнашыусылар беҙҙең нәшриәттә донъя күргән уҡыу әсбаптарынан белем ала.

И. Йосопова.
10.01.2023

Возврат к списку