Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асылды

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асылды

   Бөгөн Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваға (1908–1996) һәйкәл һәм уның исемендәге сквер асылды. Ул Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы менән яҙыусы исемен йөрөткән «Китап» нәшриәте эргәһендә урынлашҡан.
    Зәйнәб Биишева – төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип: ул прозаик, драматург, журналист, тәржемәсе һәм шағир. Яҙыусының 60-тан ашыу китабы Рәсәй һәм донъя халыҡтары теленә тәржемә ителгән. Ул Көнсығыш ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларынан беренсе булып трилогия ижад иткән автор.
    Һәйкәл асыу тантанаһын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов башлап ебәрҙе. Ирек Ишмөхәмәт улы үткәрелгән сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, уны тарихи көн тип билдәләне. Артабан һүҙҙе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова дауам итте. Ул халыҡҡа ошо ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан үҙе һәм Ҡоролтай исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тантанаға шулай уҡ Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Ғәзиз улы Әминев менән ейәне Таһир Дарвин улы Әминев саҡырылғайны. Улар әҙибәне йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, ошондай оло эш ойоштороуҙары өсөн ил етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәмис Рәис улы Алтынбаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Сәлим улы Баянов, республиканың дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, уҡытыусылар һәм Өфө мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты.
    Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыларының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Үлмәҫҡолованың сығышы тантанаға тағы ла йәм өҫтәне.
    Сара аҙағында һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
14.10.2016

Возврат к списку