Батыр рухы онотолмай

  Бөгөн милли батырыбыҙ, шағир –импровизатор Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл.

  Ошо уңайҙан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте түбәндәге авторҙарҙың китаптарын тәҡдим итә. Был ике тарихи романда һәм энциклопедияла батырҙың тарихи портреты, тормош юлы, хәрби юлбашсылыҡ эшмәкәрлеге, ижады, шәхесе һүрәтләнә. Шулай уҡ башҡорттоң  тормошон тасуирлаған халыҡ көнкүреше, ауыҙ-тел ижады ла ҡулланыла. Бында башҡорт еренең ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтары, тәбиғәте, ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһы, үҫемлектәр тураһында һәм башҡа күп мәғлүмәттәр алырға була.

  Баҫмалар нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, сайт аша заказ менән алдырырға ла мөмкин. Рәхим итегеҙ!
16.06.2021

Возврат к списку