Батыр яуҙа һынала йәки "Тыуған көн" романы донъя күрҙе
Ошо көндәрҙә күп кенә китап уҡыусылар һорауы буйынса, күптән көтөп алған тағы бер шәп китап нәшриәтебеҙҙә баҫылып сыҡты.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы, тарихи романдар авторы Яныбай Хамматовтың "Тыуған көн" романы ул.
Романда Бөйөк Ватан һуғышы, ундағы ваҡиғалар, һуғышҡа тиклемге ябай ауыл башҡортоноң тормош-көнкүреше, йәшәйеше һәм, әлбиттә, ялҡынлы һөйөү ҙә һүрәтләнә. Төп герой булып яугир Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин тора. Мәктәпте тамамлағас та хәрби юлдан киткән геройыбыҙға бер нисә йылдар уҡыу дауамында тыуған яғын, ата-әсәһен күреү насип булмай. Һуғыш башланғас та яуға китә, батырҙарса алыша. Һуғыш барышында яҡташы Шәкирйәндең амбразураны кәүҙәһе менән ҡаплауын ишетеп, ҡаты алыш барған мәлдә ул да йәш егеттең батырлығын ҡабатлауы әҫәр аҙағында һүрәтләнә. Был хәл геройыбыҙҙың тыуған көнөндә була. Тыуған яғына батырҙың, йәғни ағалы-ҡустылы Ғөбәйҙуллиндарҙың исемдәре генә әйләнеп ҡайта.
Баҫма ошо көндәрҙә һатыуға сыҡты, уны нәшриәт магазиндарынан, шулай уҡ сайт аша алдырырға
мөмкин.

03.11.2021