Байрам көнөнә бүләк

Бөгөн логопедтар көнө.
Ошо һөнәргә эйә булған барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, яңы артылыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, дәртләнеп эшләргә һәм һөйөнөп йәшәргә яҙһын!

Э. Ғ. Ҡасимова, Г. Р. Такиева, И. Ғ. Ғәйнуллина, А. М. Заһитовалар авторлығында "Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен үҫтереү буйынса эш дәфтәрҙәре" баҫылып сыҡты.
Ҡулланмаларҙа төрлө йәштәге балаларҙың телмәрен шымартыу, дөйөм аң-белемен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу йәһәтенән ауыр үҙләштерелгән өндәрҙең логопедия күҙлегенән дөрөҫ әйтелешен формалаштырыусы ҡыҙыҡлы материалдар тупланған.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләре, ҡыҫҡа һәм йәнле шиғырҙар, логик фекерләүгә ҡоролған уйындар, телде шымартыу өсөн бирелгән күнегеүҙәр менән байытылған был баҫмалар балалар менән эшләгәндә телде камиллаштырыу йәһәтенән алыштырғыһыҙ ярҙамсы булыр.

Өҫтәлмә мәғлүмәт буйынса рәсми сайтыбыҙға мөрәжәғәт итергә йәиһә беҙгә шылтыратырға була.
14.11.2021

Возврат к списку