Беҙ Асҡарҙа!

Әбйәлил районының Асҡар ауылында Түңгәүер ырыуы  йыйынына ҡунаҡтар килә башланы. Бөгөн-иртәгә буласаҡ ҙур сараға республикабыҙҙан ғына түгел, илдең башҡа яҡтарында ла тормош көткән ырыуҙаштар килә.
Йылайырҙар йырлаша ла башланы инде.

Сара бик матур ойошторолған. Ырыуҙаштарҙың берҙәм булыуы күренеп тора.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте үҙенең китаптарын ҡунаҡтарға тәҡдим итте. Балалар өсөн баҫмалар айырыуса һорау менән файҙаланды.
25.06.2022

Возврат к списку