Беҙ Бөрйәндә

Хозур тәбиғәтле Бөрйән яғымлы ҡояшы менән йылмайып ҡаршы алды. Һауа температураһы түбәнәйә төшһә лә, Бөрйәндә йәшәгән кешеләр менән осрашыу күңелдәрҙе йылытты. "Таң" гәзите редакцияһына инеп, аралашып сығыу үҙе бер матур мәл. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең нәшриәттә баҫылып сыҡҡан китаптар тураһында әйтелгән матур уйҙары эшләгән эшебеҙҙең мөһимлеген тағы бер ҡабат асып бирә. Фекерҙәштәр булыуы, теләктәшлекте тойоу артабан да янып эшләргә этәргес көс булып тора.
10.03.2022

Возврат к списку