Беҙҙең баҫмалар – Мәскәү йәрминкәһендә


   Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 24-27 сентябрь көндәре баш ҡалабыҙҙа Халыҡ-ара Мәскәү китап күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола һәм ул “Экспоцентр” Үҙәк күргәҙмә комплексының 5-се һанлы павильонында үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 250- гә яҡын китап нәшриәте ҡатнаша. Күргәҙмәлә 2021 йылда донъя күргән яңы китаптар, бестселлерҙар, әҙәби баҫмалар, нон-фикшн, нәфис әҙәбиәт һәм уҡыу ҡулланмалары менән танышыу һәм уларҙы һатып алыу мөмкинлеге була.

   Дүрт көн дауамында Мәскәү йәрминкәһенең ун майҙансығында 300-ҙән ашыу сара: популяр авторҙар менән осрашыуҙар,  китап презентациялары, асыҡ дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

   “Китап” нәшриәтенең стендында 200-гә яҡын баҫма һатыуға сыҡты ( 5.3-сө зал, С7- се стенд). Унда тиҙ арала популярлыҡ яулап өлгөргән яңы китаптар, һүҙлектәр, белешмәләр, фотоальбомдар, башҡорт халҡының үткәнен һәм бөгөнгөһөн, тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен сағылдырған йыйынтыҡтар, нәфис һәм балалар әҙәбиәте, һүҙлектәр, календарҙар, һәм башҡалар тәҡдим ителә.
24.09.2021

Возврат к списку