Беҙҙең китап уҡыусылар

Күмертауҙың бар мөһим саралары Үҙәк ҡала майҙанында уҙа. Беҙ килгәндә, кешеләр һирәк-һаяҡ ҡына үтә ине унан. Килеп туҡтауыбыҙ булды, шуны ғына көткәндәй, китап һөйөүселәр уратып та алды. Ниндәй китаптар алып килдегеҙ? Фәлән авторҙың яңы китабы сыҡтымы? Интернетта минең яратҡан яҙыусының китабы нәшер ителде, тигән яңылыҡты уҡыған инем, уның әҫәрҙәрен алып килдегеҙме?

Китаптарҙы сығарғанды түҙемһеҙлек менән көттө беҙҙең уҡыусыларыбыҙ. Һөйөнә-һөйөнә, әлдә килгәнһегеҙ тип, баҫмаларыбыҙҙы яратып ҡабул иттеләр. Киләсәктә ниндәйерәк әҙәбиәт сығыуына өмөт итеүҙәрен шунда уҡ теҙеп әйттеләр. Балалар өсөн баҫмаларҙы ҡарап, эйй, үҙ балаларым күптән үҫкән, ейәндәр әлегә юҡ, шулай ҙа берәй танышымдың балаһына бүләк итермен, шундай матурҙар бит һеҙҙең китаптар, тигән һатып алыусыларыбыҙ ҙа булды. Улар менән аралашыуҙан был ҡалала Китапҡа ҡарата хөрмәт, уны үҙенең дуҫы итеп күргән күмертаулыларҙың, шулай уҡ Көйөргәҙе районында йәшәүселәрҙең күп булыуына инандыҡ. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине улар араһында, китапты үҙ иткәндәр төрлө йәштә булыуы ифрат ҡыуандырҙы. Әле теле лә асылмаған кескәй баланың "Батыр ҡуян" исемле баҫмаға бармағы менән төртөп, әсәһенә ҡарауы йылмайыу тыуҙырҙы. Ул китап бар икән был ғаиләлә, бала шуны танып, күрһәткән булып сыҡты.

Ыңғай ҡарашлы, хуш күңелле, әҙәбиәт һөйөүсе халыҡ йәшәй Күмертауҙа. Китапты асып ҡарап торған еренән ҡысҡырып шиғыр һөйләй башлаған бер ағай "Китап" нәшриәтенең ошо ҡалаға килеүе тулы мәғәнәһендә оло китап байрамы булыуына ишара ине. Уҡыусыларыбыҙ менән ошолай осрашыу әйтеп бөтә алмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Беҙҙең килеүебеҙ тураһында алдан ошо төбәктә ғүмер итеүселәрҙең һәр ҡайһыһына хәбәр еткереүҙе ойошторған һәм беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған ҡала һәм район етәкселегенә һәм Күмертау ҡалаһы Ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙына ҡарата сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
26.04.2022

Возврат к списку