Беҙҙә татар һәм яҡут китаптары ла бар

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  “Китап” нәшриәте  башҡа нәшриәттәр  һәм китап магазиндары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн һеҙгә бүтән  өлкәнән килтерелгән һәм беҙҙең магазиндарҙа һатыуға сығарылған  баҫмалар  менән таныштырып үтмәксебеҙ.  

Сиктәш булған  Татарстан  китап нәшриәте Башҡортостан китап уҡыусыларына күберәк милли  баҫмалар һәм классик әҙәбиәт өлгөләрен тәҡдим итә. Татар донъяһы, уларҙың милли костюмы, аш-һыуы, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән яҡындан танышҡығыҙ киләме? Улайһа – рәхим итегеҙ. Айырыуса әҙәбиәт донъяһы, ҡыҙыҡлы ла , ҡыҙғаныс та  проза һәм поэтик  әҫәрҙәр мотлаҡ үҙ уҡыусыларына барып етер.

Сираттағыһы – “Айар” Яҡут китап нәшриәтенән.  Яҡуттарҙың баҫмалары үҙҙәренең сағыу биҙәкле, үҙенсәлекле булыуҙары  менән иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә. Заманға яраҡлашыумы, әллә заманды үҙҙәренә яраштыра белеүҙәреме – уларҙа  үҫкән һәр дарыу үләндәре, аш-һыу, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр кеүек һәм башҡа китаптар   янынан тыныс ҡына үтеп китермен тимә. Бигерәк тә аш-һыу, балалар менюһы тураһында, бөгөнгө көндә ҙур популярлыҡ яулаған һәм һәр байрам өҫтәлдәрен биҙәгән матур, тәмле торт-десерттарҙы әҙерләү серҙәренә өйрәткән йыйынтыҡтарҙы оҫта хужабикәләр һәм йәш әсәйҙәр  һатып ала  башланы ла  инде. Улар әйтеүенсә, интернет селтәрҙәрендәге төрлө түләүле оҫталыҡ  дәрестәре, уҡыу курстарында  рецепттар, әҙерләү тәртиптәре - бөтәһе лә бер урынға тупланған һәм  курстарға ҡарағанда күпкә арзаныраҡҡа төшә икән.

Ҡыҫҡаһы, “Китап” магазинында  төрлө темаға арналған һәм уҡыусыларҙың зауығына тура килерҙәй  ҡыҙыҡлы  баҫмалар ярайһы ғына. Уларҙы беҙҙең Октябрь проспекты, 2-се һанлы йортта урынлашҡан  фирма  магазиныннан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
25.01.2022

Возврат к списку