Белорет китап уҡый

Белоретта беҙҙең менән осрашыуҙы һәм яңы китаптар менән танышыуҙы тағы бер урында түҙемһеҙлек менән көтәләр ине. Ҡала китапханасылары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, Белорет телевидениеһы, "Урал" гәзите журналистары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр бик ҙур ихласлыҡ менән ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең беҙҙең нәшриәткә ҡарата ихтирамын белдерҙе, осрашыуыбыҙға ифрат шат булыуҙарын әйтте һәм нәшриәттә эшләгән һәр хеҙмәткәргә сәләм күндерҙе.
Беҙгә һүҙ биреп, баш китапханасы Флүрә Абдулхай ҡыҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте. Уның һөйләгәндәренән китапҡа, балалар әҙәбиәтенә ҡарата  яҡшы мөнәсәбәте ярылып ята. Флүрә Шәрипова Белорет халҡында китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә тырышып эшләгәне күренеп тора, ул үҙе артынан башҡаларзы ла эйәртә.  Беҙ был хәлгә шул тиклем ҡыуандыҡ. Илебеҙҙә ошондай кешеләр булғанда, китап мәңге йәшәйәсәк.
24.06.2022

Возврат к списку