Бер юлы ике китап!
Күренекле яҙыусы,прозаик Әмир Әминев өсөн ошо көндәрҙә икеләтә шатлыҡлы осор - бер юлы ике
баҫмаһы донъя күрҙе!
Беренсеһе Мәскәү ҡалаһында "Вече" нәшриәтендә баҫыла, "Бер кәмәлә"("В одной лодке") тип атала. Икенсе китабы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан "Хикәйәләр" йыйынтығы.
Ике китапта ла замандаштарыбыҙҙың эске донъяһы, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тасуирлана, дөйөм эшкә, милләткә, халыҡҡа, туған телгә, ижадҡа ҡараш мәсьәләләре, шулай уҡ тормошобоҙҙоң сәйәси, ижтимағи, социаль проблемалары күтәрелә.
Повесть һәм хикәйәләрҙән торған был китаптар бик шәп, фәһемле һәм уҡымлы. Мотлаҡ үҙ уҡыусыларын табыр,тигән ышаныста ҡалабыҙ.

13.09.2021