"Бетерә шаршыһы"

Миләүшә Ҡаһарманованың "Бетерә шаршыһы" китабында тормоштоң бөгөнгөһө лә, үткәне лә һәм хатта фантастик йәнәшәһе лә сағылыш таба. "Бетерә шаршыһы" һәм "Еңеүҙән һуң" повестары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тере һәйкәл булып тора. Әҫәрҙәрҙә репрессия ҡорбандары ла, тылдағы ҡатын-ҡыҙ яҙмышы ла, Еңеүҙән һуңғы ғәрип фронтовиктарҙың аяныслы хәле лә бар ысынбарлығында күҙ алдына баҫа. "Бисура" повесы боронғо тарихыбыҙҙы һүрәтләһә, "Шүлгән" фэнтэзи жанрының бер күренеше булып тора.
Йәнле матур тел менән яҙылған, хистәргә бай, үҙенсәлекле сюжетлы был китап уҡыусыларға оҡшар.

Книга Миляуши Кагармановой "Перекаты реки Бетеря" - это своего рода памятник к 75-летию  Великой Победы. Жертвы репрессий, судьба женщин в тылу отражены в этом сборнике.
15.03.2022

Возврат к списку