
Билдәле яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исхаҡовтың юбилейы
Авторҙың "Өй эйәһе" исемле баҫмаһының ҡағыҙ һәм электрон вариантында сатирик һәм юмористик хикәйәләре тупланды. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы
менән алдыра автор. Уның хикәйәләре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Был йыйынтыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә лайыҡлы урын алыр.
Известный писатель-сатирик, журналист Венер Исхаков отмечает свой юбилей.
В издание с названием "Домовой" в электронном и бумажном вариантах, автор в доступной юмористической форме раскрывает некоторые моменты жизни общества, которые далеки от совершенства.
20.03.2022