Бориска менән Башайканың йыһан мажаралары

Ошо көндәрҙә кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн яңы һәм ябай булмаған китап донъя күрҙе. Ильмира Вәлиева менән Жанна Кобзева авторлығындағы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендәге “Бориска менән Башайканың йыһан мажаралары” исемле йыйынтығы ул.

Ҡояш системаһының үҙенсәлектәрен һәм беҙҙең планетаның иң юғары һәм иң түбән нөктәләренең ҡайҙа урынлашҡанын белгегеҙ киләме? Ул саҡта Башайка һәм Бориска менән бергәләп ғәжәп мауыҡтырғыс йыһан сәйәхәтенә рәхим итегеҙ!

Баҫма бөгөндән нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылды. Шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
14.12.2021

Возврат к списку