Әбйәлил Һабантуйында

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте бөгөн Әбйәлил районының Һабантуйында күргәҙмә-йәрминкә менән ҡатнашты.

Ҡояшлы көн, милли кейем, мөләйем йөҙҙәр, дәртле һәм моңло йырҙар, йөрәккә ялҡын өҫтәр бейеүҙәр, балҡып торған тирмәләр, ерҙе сапсып елергә әҙер йылҡылдап торған йылҡылар, кәсәләргә ҡойолған ҡымыҙ тауышы, боҫо сығып, шыжлаған самауыр - барыһы ла был байрамды йәмләне.

Ә беҙ үҙебеҙҙең китаптарҙы ҡунаҡтарға тәҡдим итеп, Әбйәлилдәрҙең милли йолаларҙы хөрмәт итеүен, тарихты өйрәнеүгә, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар биреүен күрҙек.
26.06.2022

Возврат к списку