Был китапта бәхет һәм уңыш рецебы бирелгән

Донъяға килгән һәр беребеҙ бәхетле булыр өсөн тыуа. Кемдең генә һау-сәләмәт булып, шатлыҡ-ҡыуаныста, тормошта үҙ урынын табып, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй генә  йәшәгеһе килмәй? Әлбиттә, бөтәһенең дә.

Тик, үкенескә күрә, тормош алдындағы  ҡай бер һынауҙар, проблемалар алдында күптәребеҙ юғалып, аптырап ҡалыусан. Береһен хәл итһәң, бер-бер артлы башҡалары ла тыуып тора, ҡай берҙәре йылдар дауамында хәл ителмәй, хужаһын хәсрәткә һәм ауыр уйҙарға ғына һалырға ла мөмкин. Эйе, тыуған проблемаларҙы һәр кем үҙенсә ҡабул ҡыла  һәм хәл итә: берәүҙәр өсөн йырып сыға алмаҫлыҡ һынау, бәхетһеҙ осраҡ  тиергә булһа,  икенселәр өсөн  уңыштар башланғысы булырға ла мөмкин. Уларҙы үҙенсә ҡабул ҡыла һәм хәл итә,  кемдер уңа, кемде туңа...

Бөгөн иғтибарығыҙға  нәшриәттә донъя күргән яҙыусы, педагог-психолог Роза Хажиеваның  татар телендәге “Бәхетле булыу серҙәре” (“Бәхетле булу серләре”) исемле күнегеүҙәр йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ.
Баҫма ата-әсәйҙәр һәм үҙенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Унда тәҡдим ителгән күнегеүҙәрҙе  үтәп, уйҙарығыҙ һәм хистәрегеҙҙе үҙгәртеп, тормошоғоҙҙоң һеҙгә оҡшамаған яҡтарын төҙәтеп, бәхетле, уңышлы  булырға ярҙам итер. Был – мөмкин! Шул саҡта  үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа  бәхетле булырҙар. Юҡҡа ғына бәхетле ғаиләлә бәхетле балалар тыуа, тимәгәндәр бит. Үҙҙәрен бәхетле тойған ата-әсәйҙәргә генә уңышлы балалар тәрбиәләп үҫтереү хас.

Йыйынтыҡты нәшриәт магазиндарынан һәм сайт аша һатып алырға мөмкин. Хаҡы ла юғары түгел, иң мөһиме, уның эсендә бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған! Алдырығыҙ, уҡығыҙ, тормошта ҡулланығыҙ, һис кенә лә үкенмәҫһегеҙ! Бәхетле булырға теләүселәргә бәхеттәр генә теләргә ҡала!
08.02.2022

Возврат к списку