Динә Талхинаның тыуыуына 70 йыл

Башҡортостандың һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы
Динә Азат ҡыҙы Талхина (Хафизова) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Динә Талхина балалар яҙыусыһы булараҡ яҡшы таныш. Шиғырҙары бала күңелен аңлап ижад ителгәнлеге менән бәләкәстәр өсөн яҡын. Динә Талхина беҙҙең нәшриәттә нәфис әҙәбиәт бүлегендә ике тиҫтә йылдан ашыу эшләне. Тура һүҙле, ҡыйыу, төплө фекерле, тырыш һәм егәрле булыуы менән хеҙмәттәштәре хәтерендә һаҡлана. Шиғырҙар уның теленән тамып ҡына тора ине. Ғүмеренең һуңғы минуттарына саҡлы ижад өҫтөндә булды...

Динә Талхинаның өр-яңы китабы ошо көндәрҙә генә баҫылып сыҡты. Тиҙҙән магазин кәштәһендә булыр.
"Өләсәйем өйрәткәндәрҙән" тип аталған баҫмала шағирәнең әҙәби мираҫынан өләсәһенең өгөт-нәсихәттәренән торған тәрбиәүи әһәмиәтле дини йүнәлештәге шиғырҙары йәш үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән.
27.07.2022

Возврат к списку