Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит

21 февраль Халыҡ-ара Туған тел көнө билдәләнә.
Ошо уңайҙан 15-21 февралдә республикабыҙҙа «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» акцияһы ойошторола. Акцияның девизы -  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет,
Китап ҡәҙерен белгән кешегә» тигән шиғыр юлдары.

Әлеге сара туған телдә китап уҡыуға күптәрҙе йәлеп итеү һәм баҫма продукцияға иғтибарҙы арттырыу, китапты хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә өйрәтеү маҡсатын күҙ уңында тота. Акцияла ҡатнашыусылар атаһына, әсәһенә, апаһына, ағаһына, һеңлеһенә, ҡустыһына, өләсәһенә, олатаһына, ейән-ейәнсәренә, ҡоҙаһына йәки ҡоҙағыйына, килененә, кейәүенә, һабаҡташына, дуҫына, күршеһенә, хатта интернет танышына туған телдә китап бүләк итә.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте лә ошо сараға үҙ өлөшөн индерә. Һатып алыусыларыбыҙға 19-21 февралдә Октябрь проспекты, 2 һәм Туҡай урамы, 46 адрестары буйынса урынлашҡан фирма магазиндарынан нәшриәттә донъя күргән китаптарҙы 21% ташлама менән алыу мөмкинлеге бирелә.

Әҙәбиәт һөйөүселәр! Һеҙ ҙә "Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит" акцияһына ҡушылығыҙ. Әйҙәгеҙ, яҡындарыбыҙҙа китап уҡыуға һөйөү уятайыҡ.

Шулай уҡ беҙҙең социаль селтәрҙәрҙә төркөмгә яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында дүрт көн дауамында уҙғарыласаҡ викторинала ҡатнашығыҙ! Иң әүҙемдәргә иҫтәлекле бүләктәр буласаҡ.
Көтөп ҡалабыҙ, рәхим итегеҙ!
17.02.2022

Возврат к списку