Еңеү көнөнә – “Еңеү яҙы” аудиокитабы

  Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 76 - сы яҙын ҡаршылай. Былтыр Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә бик баҫмалар донъя күрҙе һәм уларҙың һәр береһе үҙ уҡыусыһына барып етте.

  Иғтибарығыҙға үткән йыл  «Китап» нәшриәтендә  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы фронтовик әҙиптәрҙең шиғырҙары тупланған «Еңеү яҙы» исемле аудиойыйынтыҡ тәҡдим итәбеҙ. Унда   яҡташтарыбыҙҙың  фронттағы ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙаҡәрлеге илһөйәрлек рухындағы 75 шиғыр аша яҡтыртыла.

  Аудиобаҫмала бирелгән шиғырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артистары  Илдар Ғүмәров, Нәғим Нурғәлин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин, театр артистары Морат Рафиҡов, Рәмзил Сәлмәнов уҡыны.

  Проект авторҙары – Зөлфиә Ҡарабаева, Олиә Ғиләжетдинова. Төҙөүсеһе Эльвира Яҡупова.  

  Аудиобаҫманы түбәндәге  һылтанма аша инеп тыңларға мөмкин.  

  http://kitap-ufa.ru/information/cheremukhovyy-may-pobedy.php
04.05.2021

Возврат к списку