Еңеү көнөнә фәһемле китаптар һәм яҙмалар

  Йылдар үткән һайын Еңеү көнө йыраҡлаша, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән ветерандар һаны кәмей  бара. Беҙ уларҙы һис кенә лә оноторға тейеш түгел.

  Зәйнәб Биишева  исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һуңғы йылдарҙа башҡорт телендә Еңеү көнөнә ҡарата донъя күргән баҫмаларҙы тәҡдим итә.  

  Яу яланында  ижад иткән фронтовик  әҙиптәрҙең һәм шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы яҙып, китап итеп туплаусы  ижадсыларҙың әҫәрҙәре һәр уҡыусыны уйландыра һәм тетрәндерә.
Унда яҡташтарыбыҙҙың фронттағы ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙаҡәрлеге илһөйәрлек рухындағы әҫәрҙәре, яҙмалары береһен дә  битараф ҡалдырмаҫ.

  Китаптар  һәм аудиояҙмалар  буйынса нәшриәттең фирма магазиндарына һәм сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.Белешмәләр өсөн телефон: 2460955.

  Өлгөрмәй ҡалмағыҙ!
06.05.2021

Возврат к списку