Һеҙ яратып уҡыған "Тыуған көн" китабы


Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы  үткән йыл нәшриәтебеҙҙә донъя күргән "Тыуған көн" исемле китапты тәҡдим итәбеҙ. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың был китабын беҙҙең быуын балалары яратып уҡып үҫте.

Бөйөк Ватан һуғышында совет офицерҙары араһында Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) ҡаһарманлығын ҡабатлаған яугир, гвардия лейтенанты Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин тураһында был баҫма.

Әҫәрҙең тәүге өлөштәрендә төп герой Миңлеғәленең бала сағы, ата-әсәһе, ағаһы, ябай ауыл тормошо һүрәтләнә. Ул бәләкәйҙән үҙ аллы, ҡыйыу, ярҙамсыл булып үҫә. Бала саҡ, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, тәрбиә, тәүге  хистәр һәм башҡа ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле итеп һүрәтләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышы, ундағы ҡаты алыштар, Миңлеғәленең тап үҙе тыуған көндә башҡаларҙы яҡлап,  үҙ ғүмерен аямай эшләгән  батырлығы уҡыусыларҙы тетрәндерә лә, уйҙарға ла һала...

Баҫма нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша алдырырға мөмкин.
23.02.2022

Возврат к списку