Эй китап

Бөгөн шағир Шәйехзада Бабич тыуған көн. Моңло итеп мандолинала уйнаған, башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес матур башҡарған, сатира һәм юмор оҫтаһы булараҡ та билдәле булған шағир, үҙенең ижадында азатлыҡҡа, рух ныҡлығына әйҙәй.

Шәйехзада БАБИЧ

                                ЭЙ КИТАП

Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй китап, баҡһам һиңә,
Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә!

Эй китап, мин аңраны төҙ юлға күндерһәнә,
Мине баҫҡан йәһел утын һыу һибеп һүндерһәнә.

Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам,
Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам.

Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап,
Һин генә башымдағы сүп-сарҙы алырһың утап.

                                                                                1910
02.01.2022

Возврат к списку