Өфө - Бөрйән - Белорет - Баймаҡ - Әбйәлил

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте 23-26 июндә Башҡортостаныбыҙҙың Бөрйән, Белорет, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында йәшәгән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе үҙенең баҫма продукцияһы менән таныштырыу, китап уҡыусылар менән күҙмә-күҙ осрашыу маҡсатында күргәҙмә-йәрминкә менән "Мөғжизәле китап иле" тип аталған сәфәргә сыға.

Дуҫтар!
Беҙҙең автойөрөштөң туҡталыштарын социаль селтәрҙәрҙән күҙәтеп барығыҙ. Ә иң мөһиме: бай һәм мауыҡтырғыс йөкмәткеле, аҡыллы һәм белемле, сағыу һәм күҙҙең яуын алыр һүрәттәре булған КИТАПтарҙы алырға килегеҙ.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!!! Рәхим итегеҙ!
21.06.2022

Возврат к списку