Фәһемле хикәйәләр йыйынтығы

Китап уҡыусыларыбыҙ өсөн шәп яңылыҡтарыбыҙ бар – Яңы йыл алдынан “Китап” нәшриәтендә  хәтәр шәп яңы баҫмалар  донъя күрҙе. Шуларҙың  береһе менән таныштырырға ашығабыҙ – яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күп кенә хикәйәләр авторы  Рәшит Солтангәрәевтең “Еҙ батмус” исемле китабы.

Китапҡа  авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған  “Оло юлдың туҙаны”, “Буш ҡәбер”, “Тыуған яҡҡа ҡайтыу”, “Тәүбә”, “Бәхәс”, Ҡиәмәтлек кейәү” һәм уҡыусылар  тарафынан ихлас ҡабул ителгән башҡа әҫәрҙәре тупланды.

Үткән быуаттың һуңғы утыҙ йылы эсендә башҡорт әҙәбиәтендә хаҡлы рәүештә иң атаҡлы прозаиктарҙың береһе  булған Рәшит Солтангәрәев ниндәй генә теманы алмаһын, уны ентекле өйрәнеп, уҡыусылар өсөн иҫ киткес, шул уҡ ваҡытта фәһемле һәм уҡымлы хикәйәләр ижад итә. Шуларҙы күбеһе  был яңы китапта урын алған.

Йыйынтыҡ ошо көндәрҙә нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылды, шулай уҡ сайт аша алдырырға мөмкин.
22.12.2021

Возврат к списку