Фәҡирлектә үткән тереклек

  Мәғлүм булыуынса, быйыл башҡорт классигы, Башҡортостандың беренсе  халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл булып үтте. Юбилей айҡанлы  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә  шағирҙың «Фәҡирлектә үткән тереклек» тип аталған китабы донъя күрҙе.

  Мәжит Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы менән  мәктәп йылдарынан танышбыҙ.  Әҫәрҙәрендә үткән быуат  тормошоноң ысынбарлығы асыҡтан-асыҡ һүрәтләнгән: ярлы халыҡтың көнкүрешен, аһ-зарын уҡыусыларына тулыһынса еткерә алған. Йыйынтыҡта «Ҡара йөҙҙәр»,  «Фәҡирлектә  үткән тереклек»,  «Аслыҡ йәки һатлыҡ ҡыҙ» кеүек билдәле повестары урын алған.

  Был китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Хаҡы 290 һум.
27.08.2020

Возврат к списку