Өфөлә таҡтаташ асылды

Бөгөн Өфө ҡалаһының Революцион урамының 66-сы йортонда талантлы журналист, шағир, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар һәм робағиҙар авторы Рәсих Нурғәли улы Ханнановҡа таҡтаташ асылды.

Тантаналы сараны яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов алып барҙы.
Таҡтаташ асыуҙа Рәсих Нурғәли улының Гөлсәсәк һәм Резеда исемле ҡыҙҙары, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Нурғәлиева, "Ҡыҙыл таң" гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары, шағир Нурлан Ғәниев, шағирҙың тыуған яғы - Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән Фәрғәт Ҡотлобаев, журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев,
"Ҡыҙыл таң" гәзите журналистары, нәшриәтебеҙҙән Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире Гөлшат Абдуллина һ. б. ҡатнашты. Сара һуңында шағирҙың ҡыҙҙары Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә ойошторолған "Аҡ күгәрсен" тип аталған поэтик конкурстың символын - аҡ күгәрсенде һауаға осорҙо.

Бөгөн кис "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Рәсих Ханнановтың Хәтер кисәһе була. Унда яҙыусының беҙҙең нәшриәттә баҫылып сыҡҡан "Бүтән донъя" исемле китабының презентацияһы үтәсәк. Китап һатыу йәрминкәһе ойошторола.
27.10.2021

Возврат к списку