Фән күгенең яҡты йондоҙо

  Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Был йәһәттән башҡорт халҡы үҙ ғалимдары менән сикһеҙ ғорурлана ала. Тап ошо көндәрҙә билдәле ғалимә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған  фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина  үҙенең  85 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

  Ул 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 30 китап (монографиялар, йыйынтыҡтар һәм «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни серияһынан томдар) авторы. Шулай уҡ "Салауат Юлаев" энциклопедияһы, "История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в.", "История башкирского народа" кеүек мәртәбәле хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе,  18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" ның "Йомаҡтар", "Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр", "Риүәйәттәр һәм легендалар" буйынса өлөштәрендә Фәнүзә Айытбай ҡыҙының мәртәбәле хеҙмәт емештәре ингән. Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы бөтә донъяға билдәле итеүсе ғалимә-фольклорсының хеҙмәттәре бихисап.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап"  нәшриәте Фәнүзә Нәҙершина авторлығындағы түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә:

  "Тел гәүһәрҙәре"
Бер нисә телдә нәшер ителгән мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙән торған был йыйынтыҡ  үҙенсәлекле һәм  ҡыҙыҡлы булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә. Китаптың авторҙары  халыҡ ижадының был төрөн китапта барлыҡ нескәлектәре, ҡиммәттәре менән тулыһынса еткерә алған,уларҙа күпме тел байлығы, аҡыл тәрәнлеге ята.

  Китапҡа тупланған паремик ижад өлгөләре  ике киҫәктән тора: беренсе киҫәккә – 400-ҙән ашыу  башҡорт халыҡ мәҡәл-әйтемдәре һәм уларҙың рус, инглиз, немец, француз телдәренә тәржемәләре, икенсеһенә башҡортса-русса-инглизсә-немецса-французса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр индерелде. Киң ҡатлам уҡыусыға тәғәйенләнә.

"Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы"

  Фольклор прозаһының тарихи йүнәлешле тармағын өйрәнеүгә  бағышланған был китапта риүәйәт, легенда, йыр-риүәйәт, хөрәфәти хикәйә һәм хәтирә жанрҙары тикшерелә. Боронғо (архаик) ҡараштар сатҡыһын һаҡлаған миф-легендаларға, халыҡ тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы сағылдырған  тарихи риүәйәттәргә  айырыуса ҙур урын бирелде. Көнкүрешкә бәйле ҡайһы бер сюжеттар ҙа  иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Китаптың «Ҡушымта» бүлегендә мотивтар  күрһәткесе бирелде (рус һәм инглиз телдәрендә).

Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ.

Үрҙә телгә алынған йыйынтыҡтарҙы нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
08.02.2021

Возврат к списку